Архив за день: 15.10.2020

Айнур Фатыйхов был донъянан ваҡытһыҙ китеп барҙы.

Музыка донъяһы ошо көндәрҙә ҙур юғалтыу кисерҙе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Лилия һәм Халит Фатыйховтарҙың улдары, виртуоз баянсы, бик күп конкурстар лауреаты Айнур Фатыйхов был донъянан ваҡытһыҙ китеп барҙы. Илеш районының барлыҡ мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре яҡташтарыбыҙҙың ғаиләһенең, туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыларын уртаҡлаша. Айнур Фатыйховның урыны ожмахта булһын, моңло көйҙәре мәңгелеккә йөрәктәрҙә яңғырап торһон!
 

 

Котлыйбыз!!!

Стәрлетамаҡ районында, республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан, онлайн форматта уҙғарылган «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» III башҡорт тарихи-халыҡ йыры Төбәк-ара фестиваль-конкурсында район мәҙәниәт һарайында эшләүсе алыштырғыһыҙ ҡурайсыбыҙ Алик Борханов II дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Еңеүең менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!! Киләсәктә лә яңынан-яңы ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Илеш районында этнолингвомәҙәни экспедиция.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты коллективының “Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарына этнолингвомәҙәни экспедиция” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булып төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәүселәрҙең тел үҙенсәлектәрен, фольклор һәм этнография өлгөләрен йыйыу маҡсаты менән бөгөн Илеш районына юлланды.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы етәкселегендә Илеш районында экспедицияла:
Саньярова Рәмилә Рәмил ҡыҙы — Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, доцент,
Бәхтейәрова Әлфирә Нурислам ҡыҙы – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, доцент,
Хөснөтдинова Рәмилә Янсаф ҡыҙы – Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты,
Әширова Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙы – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы,
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы аспиранттары һәм магистранттары Илеш ерлегендә йәшәүселәр менән әңгәмәләшеп ҡиммәтле мәғлүмәттәр тупланылар. Осрашыуҙар өс зонала үтте: Иҫке Ҡырғыҙ ауылында Иҫке Ҡырғыҙ, Яңы Айыу, Татыш, Тәжәй, Иҫәнбай, Шәммәт; Ишҡар ауылында Сәйетҡол, Үрге Маншыр, Лаяшты,Ишҡар; Рсай ауылында Яңы Күктау, Теләпән, Йонно, Ҡарабаш, Үрмәт, Дөмәй, Рсай ауылдарында көн күреүсе информаторҙар экспедиторҙарға түкмәй-сәсмәй ерлектәренә хас ҡомартҡыларҙы һөйләп бирҙе. Осрашыуҙар йылы һәм эшлекле мөғәлләмәлә үтте.