Архив за день: 02.04.2021

Бөгөн, Дүртөйлө районында, Йылан ырыуы йыйыны. Илеш районының Йылан ырыуы вәкилдәре исеменән Ҡужбаҡты ауыл мәҙәниәт йортоноң «Әхирәттәр» фольклор ансамбле сығыш яһай. Башҡорт мәҙәни үҙәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә, Илеш районында ғүмер итеүсе Йылан ырыуы халҡының шәжәрәләренән, ҡул эштәренән, боронғо өй кәрәк-яраҡаҡтарынан, кейемдәренән торған, күргәҙмә тәҡдим итәләр.

«Беҙҙең яҡтар — ҡояш, нурҙар яғы, ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы».

31 мартта «Беҙҙең яҡтар — ҡояш, нурҙар яғы, ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы» район фестиваль-конкурсы Ябалаҡ ауыл биләмәһендә. Сара, ата-бабалар ҡомартҡыларына, шәжәрәләргә, эстәлекле концерт программаһына, бай булды.

 

«Беҙҙең яҡтар — ҡояш, нурҙар яғы, ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы».

1 апрелдә «Беҙҙең яҡтар — ҡояш, нурҙар яғы, ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы» район фестиваль-конкурсы Баҙытамаҡ ауыл биләмәһенең Баҙытамаҡ ауылында. Был ауыл биләмәһендә йәштәргә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәтеү өҫтөндә әүҙем эш алып барыла. Сара моңло көйҙәре, дәртле бейеүҙәре менән айырылып торҙо.