Архив за день: 07.10.2021

«Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең юбилейын ҡаршылап»

«Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең юбилейын ҡаршылап» рубрикаһының сираттағы сығарылышында район Мәҙәниәт һарайының «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғабдуллин Ғилмулла Хадимулла улы менән яҡындан танышабыҙ. Моңға ғашиҡ етәксе — Ғилмулла Хадимулла улы 1953 йылда Илеш районының Яңы Нәҙер ауылында донъяға ауаҙ һала. Ул бөтә булмышы менән гармунсы, сөнки «Мираҫ» ансамбле барлыҡҡа килгән беренсе көндән үк, 1990 йылдан, ул унда «Мираҫ»ҡа репертуар мираҫы туплап килеүсе шәхес. Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу училищеһының «Халыҡ инструменттары» бүлегендә белем ала. Хеҙмәт юлын «Орленок» балалар ял итеү лагерында баянсы булараҡ башлай. Артабан, 1974 йылдан Баҙытамаҡ ауыл Мәҙәниәт йортонда директор, 1981-2008 йылдарҙа «Йәйғор» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, 2009 йылдан башлап «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең етәксеһе итеп ҡуйыла. Бөгөн дә «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамблен йәшәтә килә. Гармун моңдары йәшәй икән, тимәк милләт тә йәшәй, халҡыбыҙҙың көйҙәре менән бергә ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә юғалмай тигән һүҙ.

Һеҙҙең иғтибарығыҙға мәҙәниәтебеҙҙең аҡһаҡалы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғабдуллин Ғилмулла Хадимулла улы уйнай.