«»Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең юбилейын ҡаршылап» рубрикаһы дауам итә.

Бөгөнгө рубрикабыҙҙа «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең саксофонсыһы, блок-флейтасыһы, кларнетсыһы, татар ҡурайында уйнаусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Латыпов Флүр Маҡсат улы.

Латыпов Флүр Маҡсат улы сығышы менән Үрге Йәркәй ауылынан. Ата-әсәһенең моңло йырҙары буласаҡ музыканттың йөрәгендә музыкаға ҡарата мөхәббәт уяталар. 6-сы кластан тынлы музыка ҡоралдары түңәрәгенә йөрөй башлай. 1974 йылда Өфө сәнғәт училищеһының тынлы оркестр бүлегенә уҡырға инә. Бер йылдан Флүр Маҡсат улы әрме сафтарына саҡырыла. Бында ла ул яраткан музыка ҡоралынан айырылмай, хәрби оркестрҙа уйнай. Әрменән ҡайтып уҡыуын дауам итә. 1981 йылда ҡулына диплом алып Балалар сәнғәт мәктәбенә уҡытырға ҡайта. Шул уҡ ваҡытта район Мәҙәниәт һарайында тынлы оркестрҙың етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Уҡыусылары республика конкурстарында гел призлы урындар яулайҙар. 2000 йылда оркестрға «Халыҡ» исеме бирелә. Флүр Латыпов, оркестр нигеҙендә, районда беренсе вокаль-инструменталь ансамбль ойоштора. Оркестр ҙа, ансамбль дә үҙҙәренең сығыштары менән бөтә Башҡортостанды байҡайҙар, конкурстарҙа ҡатнашалар. Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы маҡтау грамоталарына лайыҡ уҡытыусы, педагог ул. Сәхнәләрҙә яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхескә яҙмыш тормоштоң иң әсе емештәрен татыта, Флүр Латыпов ғаиләһендә ҙур юғалтыуҙар кисерә. Әммә бирешмәҫкә тырыша, йәшәргә көс таба. Бөгөн ул хаҡлы ялда булһа ла, дәрт-дарманын һүндермәйенсә эшләп йөрөй. Флүр Маҡсат улы ысын педагог булараҡ үҙенә алмаш тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер уның вазифаһында йәш педагог – Ильдар Хәйбрәхманов. Флүр Маҡсат улы уҡыусыһының төп кәңәшсеһе, ярҙамсыһы, ә сәхнәбеҙҙең алыштырғыһыҙ саксофонсыһы.


 
 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *