«Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең юбилейын ҡаршылап» рубрикаһы дауам итә.

Бөгөнгө рубрикабыҙҙа «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамблендә төрлө инструменттарҙа уйнаусы Мәжитов Ринат Иманур улы. Илеш районының Ҡырғыҙ ауылында тыуған сәнғәткә ғашиҡ егет Стәрлетамаҡ ағартыу училищеһының тынлы оркестр бүлегендә белем ала. Дипломын ҡулына алғас тура тыуған яғына эшкә ҡайта һәм ижад донъяһына бирелеп хеҙмәт юлын башлай. Бөгөнгө көндә Ҡырғыҙ ауылының күп функциялы клубында мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй. «Ағиҙел» йыр-инструменталь төркөмөнөң һәм «Ағиҙел таңдары» халыҡ фольклор ансамбленең етәксеһе. Татар ҡурайы, жалейка, тальян гармун, баян, хромка һәм тынлы музыка ҡоралдарында уйнаусы оҫта ул. Бихисап республика конкурстары лауреаты «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» — тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Ринат Имамнур улы йырҙар ижад итеүсе автор башҡарыусыһы ла. Уның ижады районда ғына түгел, ә бөтә республикаға билдәле. Ринат Мәжитовтың моңло көйҙәрен тыңлап, бөгөн дә йәндәребеҙгә сихәт алайыҡ.

 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *