Бөгөн үҙәк майҙанда Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған ҙур байрам үтте.

Илеш районы үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары тарафынан әҙерләнгән сағыу концерт сараға ысын байрам рухы өҫтәне. Бигерәк тә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Азамат Тимеровтың һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ильшат Ишморатовтың сығыштары райондаштарыбыҙға байрам бүләге булып яңғыраны.
Байрамда Илеш районы муниципаль район хәкимиәте башлыгы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ильдар Иршат улы Мостафин һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айгөл Рәшит ҡыҙы Гәрәева ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр һәм тораҡ пункттарҙың эстетикаһы йылы уңайынан ойошторолған район бәйгеләренә йомғаҡ яһанылар, алдынғыларға почет грамоталары тапшырҙылар.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *