Мәҙәниәт өлкәһендә ҙур юғалтыу.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, «Байыҡ» телепроектының жюри рәйесе Ратмир ағай Сәрүәр улы Бәҙретдинов яҡты доньяны ҡуйҙы. Илеш районының мәҙәниәт бүлеге, Ратмир ағайҙың тыуғандарының, яҡындарының әсе ҡайғыһын уртаҡлаша. Республикала сәнғәтте күтәреүсе, 40-тан ашыу илдә тамашасыларҙы осҡонло бейеүҙәре менән таң ҡалдырыусы, милләттәштәре араһында ҙур абруй яулаусы аҡһаҡалыбыҙҙың баҡыйлыҡҡа китеүе мәҙәниәтебеҙ өлкәһендә ҙур юғалтыу. Тыныс йоҡлағыҙ Ратмир ағай Сәрүәр улы Бәҙретдинов.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *