«»Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең юбилейын ҡаршылап» рубрикаһы дауам итә.

Бөгөнгө рубрикабыҙҙың геройы — «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамблендә тынлы инструменттарҙа уйнаусы — Хәйбрәхманов Ильдар Ғосман улы.
Ильдар Хәбрәхманов тумышы менән Үрге Йәркәй егете. Мәктәптә гел бишле билдәләренә өлгәшкән, баласағынан уҡ баян, тынлы музыка ҡоралдары менән мауығып, спортта юғары ҡаҙаныштар яулап үҫкән егеттең, был тормошта үҙен хәрби табиб һөнәре менән бәйләү хыялы булған. Төрлө сәбәптәр килеп сығыу осраҡлы, ул сәнғәткә тоғоро ҡала. Тәүҙә Өфө сәнғәт училищеһында, арытабан Өфө сәнғәт академияһында тынлы музыка ҡоралдары бүлегендә уҡып сығып, тыуған яғына ҡайта. Балалалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, Ильдар Ғосман улының уҡыусылары региональ, республика, халыҡ-ара конкурстарында еңеүсе исемен яулайҙар. Евгений Кузьмин һәм Данияр Хасбиуллин оҫтаҙдары кеүек Өфө сәнғәт училищеһында белемдәрен дауам итә. Күп тә ваҡыт үтмәй, 2015 йылда, район мәҙәниәт һарайының тынлы музыка ҡоралдары халыҡ оркестрына кесе етәксе итеп тәғәйенләнә, 2018 йылда комиссия өлкән етәксе дәрәжәһенә күтәрә. Бөгөнгө көндә беренсе квалификациялы уҡытыусы Балалар сәнғәт мәктәбендә яңы таланттар үҫтереүен дауам итә, район Мәҙәниәт һарайында инструменталист, оҫтаҙы менән бергә тынлы музыка ҡоралдары халыҡ оркестрының етәксеһе, концерттар алып барыусы, «Сағыл» халыҡ театры артисы, йырсы. Башҡортосан Республикаһының мәҙәниәт министрлығының, Республика халыҡ ижадының рәхмәт хаттары, почет грамоталары эйәһе. 2013-2017 йылдарҙа «Орленок» лагерында балаларҙың ялын ойоштороуға ла тоҫ өлөшөн индерә, райондың янғын һүндереү бүлеге һәм Рәсәйҙең эске эштәр идаралығы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Хәйбрәхманов Ильдар Ғосман улы үҙенең оҫтаҙдары менән сикһеҙ ғорурланып йәшәй. Ноталар иленә беренсе аҙымдар яһатыусыһы, гармун телдәрен өйрәтеүсе, баянсы — Шәрәфетдинов Риф Ҡәрәм улы, Ильдар Ғосман улының коллегаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тынлы музыка ҡоралдары халыҡ оркестрының беренсе етәксеһе — Латыпов Флүр Маҡсат улы, уның хеҙмәт юлын һайлауға сикһеҙ өлөш индерәләр.
Күп һүҙ китапҡа яҡшы, шуға күрә музыкаль рубрикабыҙҙа Ильдар Хәйбрәхмановтың моңдарын тыңлайыҡ.

 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *