Районыбыҙҙа ҡаҙ өмәләре гөрләй.

Был матур йоланы һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән Иштирәк ауылында йәшәүсе Иштирәк ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Нәсимә Инсап ҡыҙы ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Берҙәм көс менән эш тә еңел барҙы. Сара йыр-моңдарға, хужабикәнең һығылып торған табындарына бай булды. Өмәләр ҡайнап торғанда тырыш, уңған халҡыбыҙҙың күркәм ғәҙәттәре йәшәйәсәк, киләсәк быуынға барып етәсәк!

#КАҘ_ӨМӘҺЕ
#Илишевскийрайон
#Иштиряк
#БашҡорттарҠоролтайы

 

 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *