Ағинәйҙәр – Илештең йөҙөк ҡашы.

Былтыр ғына ойошоп, эш башлауҙарына ҡарамаҫтан, Илеш районының ағинәйҙәре берҙәмлектәре менән һоҡландыра. Улар тыуған яҡтың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүҙән тыш, ҡатын-ҡыҙ заты булараҡ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының биҙәүестәре, милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһына.

Ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмағандар, үҙҙәре лә ҡупшы кейемдәр тектереп алған. Оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләгән Әнисә Саттарова әхирәттәрен милли кейемдәрҙең үҙенсәлеге, уларҙы тегеү оҫталығы менән таныштырған.

Әйткәндәй, Үрге Йәркәйҙәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында бынан бер быуаттан ашыу элек тегелгән, ошоғаса шкаф эсендә һаҡланған ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемен күреү ныҡ иҫтә ҡалды. “Был күлдәк-камзулға – 112 йыл”, – тигәйне музей директоры Гөлназ Гәрә­ева. Бындай боронғо ҡомартҡыны нисек һаҡлап, ҡәҙерләп тотҡандарҙыр, әммә уны, әйтерһең, бөгөн генә өҫтәренән сисеп, ҡәҙерләп элеп ҡуйғандар.

Илеш ағинәйҙәренең һәр береһе – районда билдәле шәхес. Беҙгә уларҙың бер нисәүһе менән генә танышырға яҙһа ла, һәр ҡайһыһының төбәктәрендә маҡ­тауға лайыҡ, өлгөлө һөнәр эйәһе булыуын белдек. Гөлназ Карамова – технолог, Ғәлимә Ғәлиева ғүмер буйы балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Әнисә Саттарова – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ул милли кейемдә ҡурсаҡтар эшләү менән яратып шөғөлләнә. Әлеге көндә ете ырыу ҡа­тын-ҡыҙҙарының милли кейем­дәрендәге ете ҡурсағы бар.

Мәрйәм Шәмсиева Турасы ауылынан, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән Рәсиҙә Мостафина – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Телә­пәндә йәшәгән Ғәлиә Мөхәмәтова ғүмер буйы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙә­биәтен уҡытҡан, төрлө конкурстарҙа грант­тар яулауға өлгәшкән. Бындай ойошҡан көс менән тау-таш аҡтарырға була! Ағинәйҙәр ойошмаһына етәкселек иткән Гүзәл Нуриева – араларында иң йәше, Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе бурысын да атҡара.

– Ойошмала әлегә 15 иң әүҙем ҡатын-ҡыҙ тупланған. Һәр береһенең айырым эш йүнәлеше бар. Шәхестәргә арналған тематик кисәләр, шиғри бәйгеләр, викто­риналар ойоштороуҙа, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәрен һаҡлауҙа һәм өйрәнеүҙә улар – иң беренсе. Районда ниндәй генә күркәм саралар үткәрелмәһен, улар һәр саҡ күтәреп ала, ағинәйҙәр гел халыҡ араһында. Яҡташтарының һулышын тойоп, кәңәшләшеп, ярҙамлашып йәшәргә ынтыла. Республикала үткәрелгән Милли кейем көнөн дә улар дәртләнеп, үҙҙәре теккән ҡупшы күлдәктәрҙә ҡаршы алды, – ти Гүзәл Рәсим ҡыҙы.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *