Илеш районының Яңы Айыу ауылында оло байрам.

Бөгөн, Илеш районының Яңы Айыу ауылында оло байрам. Районыбыҙҙың абруйлы ғаиләләренең береһе булған аҡһаҡалыбыҙ Сәғит аға һәм Венера апай Муллаәхмәтовтарҙың иңгә-иң терәшеп, тормош һуҡмаҡтарын арымай-талмай бергә ҡанат ҡағып парлап үтеүҙәренә 60 йыл, гәүһәр туйҙары. Беҙ, Илеш районының мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ысын күңелдән ошо олуғ байрамығыҙ менән ихластан тәбрик итәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ, балаларығыҙҙың ҡыуанысында, уларҙың хөрмәт-ихтирамында яшәүҙәр насип булһын.
60 йыл ҡулға-ҡул тотоноп,
Пар былбылдай тормош итәһегеҙ.
Ауыр саҡта аумаҫ терәк булып,
Ғумер йомғаҡтарын һүтәһегеҙ.
Ә беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Ихтирамлы һеҙгә ҡарата.
Лайыҡ парҙарҙың һеҙ иң гүзәле,
Һеҙҙе күңел шуға ярата.

 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *