Илешемде данлай Илешем уңғандары.

Ҡарабаш ауылында ғүмер итеүсе әсәле-уллы Айгөл һәм Илнаҙ Мөсәлләмовтар тыуған яҡтарына дан йырлап йырҙар ижад итеүсе үҙешмәкәр авторҙар. Айгөл Фәнзил ҡыҙы Ҡарабаш ауыл урта мәктәбендә татар телен һәм әҙәбиәтен уҡыта.Илнаҙ Илнур улы район Мәҙәниәт һарайында эшләй һәм бик күп билдәле артистар менән гастролдәргә лә йөрөп өлгөрә. Хистәргә бай Айгөл ханым буш ваҡыттарында ҡәләм тибрәтеп үтә лә эстәлекле, патриотик хистәр менән һуғарылған шиғырҙар яҙһа, улы, кескенә саҡтан гармун моңдарына ғашиҡ, иҫкиткес һәләтле, үҙенсәлекле музыкант-композитор, баянсы Илнаҙ Илнур улы Мөсәлләмов уларға көйҙәр тыуҙыра. Бөгөнгө көндә данлыҡлы Илеш районына бағышлап яҙған «Бәхет ҡошом — Илешем» һәм «Илешем уңғандары» йырҙары районыбыҙҙың бар булмышын бәйән итә.

 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *