Бөгөн, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙы Шафиҡова тыуған көнөн билдәләй.

Хөрмәтле Әминә Ивнәй ҡыҙы!!! Илеш районының мәҙәни-ял итеү үҙәге коллективы ғүмер байрамығыҙ менән ихластан тәбрик итә. Һеҙ, республикабыҙҙың мәҙәниәт донъяһын илһамландырып алға өндәүсе шәхес. Зирәк уй-фекерҙәрегеҙ, фиҙәкәр хеҙмәтегеҙ беҙҙең һәммәбеҙгә үрнәк булып тора һәм сикһеҙ һоҡландыра. Киләсәктә лә яңы мәҙәни үрҙәр, ижади ынтылыштар көтһөн, тағы ла фәһемле һәм тәрбиәүи проекттарҙы бойомға ашырырға яҙһын. Һеҙгә коростай нык сәләмәтлек, йән тыныслығы, ғаилә иминлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар, алһыу таңдар теләйбеҙ. Мәҙәниәтебеҙҙең сағыу ҡояшы булып оҙон-оҙаҡ йылдар балҡырға яҙһын.

 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *