11 мартта «Беҙҙең яҡтар — ҡояш, нурҙар яғы, ҡунаҡсыллыҡ яғы, йыр яғы» район фестиваль-конкурсы Этәй ауыл биләмәһенең Этәй, Буралы, Теләпән ауылдарында. Сараның йөҙөк ҡашы булып халҡыбыҙҙың өй кәрәк-яраҡтарынан торған күргәҙәмә торҙо. Шулай уҡ халыҡ иғтибарына милли аштар, ата-бабаларҙан ҡалған шәжәрәләр, концерт программаһы тәҡдим ителде.