«»Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең юбилейын ҡаршылап» рубрикаһы дауам итә.

Бөгөн «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең алыштырғыһыҙ баянсыһы Айвар Флүр улы Миңнеғолов менән яҡындан танышабыҙ.
Айвар Флүр улы Миңнеғолов 1975 йылдың 5 февралендә донъяға килә. Үрге Йәркәйҙең икенсе урта белем биреү мәктәбендә белем ала. Мәктәптә уҡыу дәүерендә сәнғәт мәктәбенең баян бүлеген тамамлай, сөнки атайы оҫта гармунсы булараҡ улына кескенә сағында уҡ гармун бүләк итә. Шул миҙгелдән үк Айвар Миңнеғоловтоң яҙмышы гармун менән бәйләнәһе билгеле булған, күрәһең. Ул халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралын ғүмерлек юлдашы итә.
1995 йылда хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡас, һәләтле, йәш гармунсыны район Мәҙәниәт һарайына эшкә алалар. Бер үҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының «Халыҡ инструменттары» бүлегенә уҡырға инә.
Айвар Миңнеғолов — үҙ эшенең оҫтаһы. Күңел халәтен биреп бик күп мәшһүр йырсыларға уйнай, тауыш яҙҙырыу студияһында тауыш яҙҙыру операторы ла ул.
Яратҡан эш ярты бәхет булһа, эшең уңыштары менән һөйөндөрһә — икеләтә бәхет. Айвар Флүр улы ла тырышып хеҙмәт итеүҙең татлы емештәрен шаҡтый татый. Мәҙәниәт өлкәһендә күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортотсан Республикаһы мәҙәниәт министрының Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Айвар Флүр улы Миңнеғолов оҫта уйнауы менән киләсәктә лә йәндәребеҙҙе тетрәндерер, хистәребеҙҙе уятыр. Әлегә, әйҙәгеҙ, Айвар Миңнеғоловтоң моңло көйҙәрен тыңлап илһам алайыҡ.
 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *