«»Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең юбилейын ҡаршылап» рубрикаһы дауам итә. Бөгөнгө рубрикабыҙҙа «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең гармунсыһы Абдуллин Ришат Әнүәр улы.

Ришат Әнүәр улы «Мираҫ» ансамблендә коллектив барлыҡҡа килгән беренсе көнөндән башлап уйнай. Гармун телдәрен тибрәтергә яратҡан Мишкә районында тыуып үҫкән егет 1978-1982 йылдарҙа Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһында белем ала. 1979-1981 йылдарҙа әрме сафтарында ла хеҙмәт итә — хәрби оркестрҙа уйнай. 1983 йылда йәш белгес Илеш районының Этәй ауыл Мәҙәниәт йортона директор вазифаһына эшкә ебәрелә. Күп тә үтмәй, Ришат Абдуллинды район Мәҙәниәт һарайына күсерәләр. Хеҙмәт кенәгәһенә күҙ һалһаң, ул 86-сы һөнәри лицейында ла, РФ эске эштәр идаралығында ла эшләй. Бөгөнгө көндә Ришат Әнүәр улы Балалар сәнғәт мәктәбендә баян класында уҡытыусы, район Мәҙәниәт һарайында баянсы. Илеш районын тыуған яғы кеүек күреүсе Ришат Абдуллин районда халыҡ инструменттарын пропагандалауға ҙур өлөшөн индерә. Район хакимиәтенең, һөнәри техник белем биреү тармағының, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығының һәм Республика халыҡ ижады үҙәге маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, дипломдары эйәһе. Ришат Әнүәр улына бик күп ҡайғылар күрергә тура килһә лә, ул был тормошта матур киләсәккә ынтылып алға атлай. Хәләл ефете — районыбыҙҙың халыҡсан йырсыһы Флүзә Абдуллина менән ижад өҫтөндә әүҙем эшләйҙәр, бер ҡыҙҙарының һәм бер оноҡтарының һөйөнөстәренә ҡыуанып йәшәйҙәр. Октябрь башында «Я люблю тебя, жизнь!» X Республика өлкән йәштәгеләрҙең ижады фестивалендә Ришат Әнүәр улы II урынды яуланы. Ижади шишмәләрегеҙ киләсәк тә лә ташып аҡһын!
Бөгөн һеҙҙең өсөн Ришат Абдуллин уйнай! Рәхим итеп ҡарағыҙ!

 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *