Ҡотло булһын тыуған көнөгөҙ,

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, район Мәҙәниәт һарайының хормейстеры, ветерандар халыҡ хоры етәксеһе, бик күп сәхнә йондоҙҙарын тәрбиәләүсе ветераныбыҙ, моңло һандуғасыбыҙ — Рәсилә Басырова үҙенең ғүмер бәйрәмен билдәләй. Һеҙҙең үҫтергән ҡошсоҡтарығыҙ — ижад емештәрегеҙ бөгөн ҙур сәхнәләрҙә балҡый, хеҙмәт тәжрибәгеҙ, мәҙәниәткә ҡарата мөхәббәтегеҙ күптәргә үрнәк.
Хөрмәтле коллегабыҙ, оҫтаҙыбыҙ!
Ҡотло булһын тыуған көнөгөҙ,
Күҙҙәрегеҙҙә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөгөҙ
Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктәрҙән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итегеҙсе тыуған көнөгөҙҙә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Һеҙҙең тормош күгегеҙҙә.
Балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуанысында, һәр атҡан таңға һөйөнөп, киләсәктә лә йыр-моң менән йәнәш атлап йәшәргә яҙһын. Тыуған көнөгөҙ менән!
Уҡыусығыҙ, йәш эстрада йондоҙо — Айҙар Рәҡипов башҡарыуындағы йыр бәйрәм бүләге булып яңғыраһын.

 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *