Бөгөн Илеш районы үҙәгендә, күптәребеҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алған, милли байрамыбыҙ — Һабантуй уҙҙы. Илеш районы мәҙәниәт бүлегенең сәнғәт үҙешмәкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән театраль-хореографик композиция береһен дә битараф ҡалдырманы. Һабантуй майҙанын биҙәп яҡташтарыбыҙ — Айҙар һәм Алмаҙ Юнысовтар, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.