30 октябрь көндө Мәжит Ғафури исемендәге драма театры сәхнәһендә

, Башҡортостан Республикаһы телерадиокомпанияһы «Ашҡаҙар» радиоһы, мәшһүр йырсыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл булыуға арналған, «Ашҡаҙар моңдары»- башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы уҙешсән йырсыларының икенсе Республика конкурсының йомғаҡлау концерты уҙҙы. Финалға республиканың төрлө райондарынан, күрше төбәктәрҙән килгэн 100-ҙән ашыу уҙешсән йырсылар араһынан 21 йырсы үтеп, улар араһында Рәсиҙә Мостафина еңеүселәр сафында. Йырсы, һирәк йырсылар ғына йырлаған башҡорт халыҡ йыры «Ашҡаҙарҙы» йырлап тамашасыларҙы әҫир итте. Афарин!!! Ҡотлайбыҙ!!! Киләсәктә лә ҙур ижади уңыштар теләйбеҙ!!!
 
 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *