«»Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамбленең юбилейын ҡаршылап»

Бөгөнгө рубрикабыҙҙа «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамблендә төрлө инструменттарҙа уйнаусы Илеш районының Краснояр ауылы егете Шарафетдинов Айнур Фәнис улы. Андреевка ауылының урта мәктәбен тамамлағас Казан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының музыка ҡоралдары бүлегендә белем ала. Артабан Татарстан Республикаһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллиндың төркөмөндә тауыш операторы булып эшләй. Йылдар үткәс тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Айнур Фәнис улын район Мәҙәниәт йортона тауыш операторы итеп эшкә саҡыралар. Үҙенең төп эше менән бер рәттән «Мираҫ» фольклор көйҙәре халыҡ ансамблендә домбрала уйнай, «Сағыл» халыҡ театрының талантлы артисы. Айнур Фәнис улы үрнәкле ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Ильмира Мират ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Ижади ғаилә бик күп конкурстарҙа ҡатнаша. 2020 йылда «Ҡош юлы» республика бард фестивалендә үҙҙәре яҙған йыр менән ГРАН-при яуланы. Йәштәргә киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ. Ә әлегә, үҙҙәренә күҙ һалайыҡ.
 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *