Радий Хабировтың рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр

VI Бөтә донъя фольклориадаһын тейешле кимәлдә ойоштороуҙа үҙҙәренең ҙур көстәрен һалыусылар Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хабировтың рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр: Район Мәҙәниәт һарайының мөдире — Рәйес Хәбибов, халыҡ театры режиссеры — Эльвира Миңнеғолова, мәҙәни саралар ойоштороусыһы — Гүзәл Ғәбдекәева. Коллегаларыбыҙҙы ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ. Киләсәктә лә ижади уңыштар, сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ.

Ошондай уҡ рәхмәт хаты менән Илеш районы мәниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәертдинов һәм Яркәй ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы — Ранис Шәрипов та бүләкләнде. Илеш районының мәҙәниәт бүлеге исеменән дә район үҙәгебеҙҙе пөхтәлектә тотоп, гөл-сәсәктәргә күмеүеҙәре өсөн Яркәй ауыл советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәргеҙҙә яңынан-яңы уңыштар,тән сихәте теләйбеҙ.

 

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *