Салауат Юлаевтың туған көнө билдәләнде.

16 июндә, район үҙәк стадионында, Башҡортостан тарихында мәңге һаҡланған бөйөк, дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы Салауат Юлаевтың туған көнө билдәләнде. Йыр-моңдар, уйындар менән майҙан гөрләп торҙо.
Йәшләй азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып, Емельян Пугачевтан бригадир дәрәжәһе алған Салауат яугир ғына түгел, шағир, йырсы-импровизатор булараҡ та танылыу ала.
Уның образы Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар. Уның исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *