Журналист Гульнур Куватова о прошедшей недавней онлайн-встрече с библиотекарями Централизованной библиотечной системы Илишевского района.

«Үҙҡурсалау режимы башланғас, халыҡ бөтөнләй икенсе руслоға төшкөн тормош ағымына өйрәнә алмайынса, бер аҙ аптырап ҡалды. бер яҡтан ҡараһаң тормош дауам итә бит: таң ата, кис була, йорт эштәре, көнкүреш мәшәҡәттәре. Әммә тере аралашыуға, рухи байытыуға килтергән әҙәби-мәҙәни кисәләрҙән, тамашаларҙан ситләшеү бигерәк ауыр ине. Мәҙәниәт һәс сәнғәт ойошмалары ошо бушлыҡты бер аҙ тултырыу маҡсатында, тура эфир, онлайн осрашыуҙар, флешмобтар, видеоклиптар циклдары әҙерләне. Илеш районының үҙәк китапханаһы янында эшләп килгән «Илһам» клубы етәксеһе Клара Хәсәнйән ҡыҙы миңә ижадсы һәм журналист булараҡ онлайн-осрашыу үткәрергә тәҡдим иткәс бер аҙ аптырап ҡалдым, шул уҡ ваҡытта аралашыуға һыуһаған күңел үҙемдән алда уҡ «эйе» тип ҡанатлана ине.

45 минутҡа һуҙылған осрашыу бик йәнле барҙы. Унда ҡатнашыусылар шиғырҙарымды ла һөйләне, бер-бер артлы һорауҙар бирҙе. Уларға Башҡортостандың икенсе сигендә ятҡан Ейәнсура халҡының йәшәйеше лә, минең эш буйынса йөрөгән сәфәрҙәр ҙә, аралашҡан кешеләрем дә ҡыҙыҡ ине. Бигерәк тә шиғриәткә тотоноу тарихы, ижадымдағы темалар, шиғырҙарыма яҙылған йыр тарихтары буйынса һорауҙар булыуы оҡшаны. Әлбиттә, онлайн аралашыу күңелле, ихлас булһа ла әҙәби кисәләге кеүек үк йәнле һәм борсолоуһыҙ килеп сыҡманы. быға ваҡыт-ваҡыт менән килеп сыҡҡан техник өҙөклөктәр ҙә сәбәпсе булғандыр. Ни булһа ла, үтә сарсаған кешегә һыуһынды ҡандырыр өсөн генә бирелгән айранға торош итте ул

Ә башҡорт-татар халыҡының сарсауын тик тәмле сәй генә тулыһынса баҫа алғанын беҙ беләбеҙ. Шуға күрә, донъя үҙ яйына ҡайтып, осрашыу-күрешеүҙәр ҡурҡыныс тыуҙырмай башлаһа, Илеш яҡтарына ла юлым төшөр, рәхәтләнеп, ҡапма-ҡаршы ултырып, ижад, әҙәбиәт һәм журналист тормошоноң ҡыҙыҡтары тураһында һөйләшербеҙ әле. Онлайн осрашыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә, шулай уҡ уны ойоштороусы Айгөл Сәлихйән ҡыҙына, матур сценарий яҙып, осрашыуҙы алып барыусы Клара Хәлиуллинаға рәхмәтлемен».

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *