Архив за месяц: Июнь 2021

Сегодня, вокальный ансамбль «Мондаш», районного Дворца культуры, принимает участие на открытии конноспортивного состязания «Терра Башкирия» в ипподроме «Акбузат» имени Т.Т. Кусимова в г.Уфа.

Всем дважды Героям Советского Союза на их родине, должны устанавливаться памятники-бюсты, не зависимо в здравии они или нет.

Собственно это положение впервые было изложено в Постановлении Сов.Министров СССР от 1946 года № 1136 и это Постановление называлось «О проектировании и сооружении бюстов дважды Героев Советского Союза, памятников и монументов».

В 1947 г. скульптором Томским Н.В. был создан бюст Мусе Гарееву. 17 июня 1951 года скульптура была установлена на родине Героя, в центре деревни Илякшиде Бишкураевского сельсовета Илишевского района.

Вариант такого же бюста из базальта хранится в Государственной Третьяковской галерее в г.Москве. Был отлит в бронзу в феврале 1949 года на Мытищинском экспериментальном заводе художественного литья. Постамент из голубого гранита тоже был изготовлен московскими мастерами, его архитектор Лев Голубовский. Высота скульптуры 1,65 метра, высота постамента — 2,85 метра.

Муса Гайсинович долгое время жил и работал в Уфе. Поэтому, идя навстречу пожеланиям трудящихся Башкирии, Совет Министров СССР разрешил изменить адрес памятника и перенести бюст дважды Героя Советского Союза Мусы Гареева в Уфу и установить на бульваре Славы. Памятник Гарееву на новом месте был открыт в 1967 году накануне проведения Дня Воздушного Флота СССР.

#музейМусыГареева
#Верхнеяркеево
#Илишэх

Встреча с коллегой, заведующим Темясовским историко-краеведческим музеем, заслуженным учителем РБ, историком-реконструктором военно-исторического клуба «Северные амуры» Айдаром Раисовичем Мажитовым.
#Илишевскийисторикокраеведческиймузей
#Илишмузей
#Илишевскйирайон
#ИлишБаймакдуслыгы

Илишевский историко-краеведческий музей

16 июня наш Илишевский историко-краеведческий музей до начала своего форума посетили заместители глав администрации районов РБ по вопросам ЖКХ. Заместителю министра ЖКХ РБ Палтусову Юрию Александровичу особо понравилась тематическая экскурсия про братьев Груздевых. Ведь благодаря братьям-хлебопромышленникам более ста лет назад про Илишевскую землю узнали по всей России.
Более подробную информацию Вы можете узнать, придя в наш музей, предварительно позвонив по номерам: 5-36-57 и 8-917-804-52-74.
#Илишевскийисторикокраеведческиймузей
#Илишмузей
#Илишевскйирайон

Салауат Юлаевтың туған көнө билдәләнде.

16 июндә, район үҙәк стадионында, Башҡортостан тарихында мәңге һаҡланған бөйөк, дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы Салауат Юлаевтың туған көнө билдәләнде. Йыр-моңдар, уйындар менән майҙан гөрләп торҙо.
Йәшләй азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып, Емельян Пугачевтан бригадир дәрәжәһе алған Салауат яугир ғына түгел, шағир, йырсы-импровизатор булараҡ та танылыу ала.
Уның образы Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар. Уның исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла.

Илеш-Баймак дуҫлығы 2021.

Республикала райондар һәм ҡалалар араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек өлгөһө булған был бәйләнеш 1964 йылда булдырыла.
Ауыр ваҡыттарҙа бер береһенә ярҙам итешеп, шатлыҡтарын уртаҡлашып дауам иткән дуҫлыҡ ул…

Һабантуй байрамына Баймаҡ районынан килгән дуҫтарыбыҙ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың музейына ла килделәр. Ҡунаҡтар бик ҡыҙыҡһынып музей экспонаттары менән таныштылар, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алдылар, үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙеләр.

#музейМусыГареева
#Верхнеяркеево
#Илиш

 

«Һабантуй — 2021»

Бөгөн Илеш районы үҙәгендә, күптәребеҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алған, милли байрамыбыҙ — Һабантуй уҙҙы. Илеш районы мәҙәниәт бүлегенең сәнғәт үҙешмәкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән театраль-хореографик композиция береһен дә битараф ҡалдырманы. Һабантуй майҙанын биҙәп яҡташтарыбыҙ — Айҙар һәм Алмаҙ Юнысовтар, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.

#сабантуй2021
#илишевский_район
#ИлишСабантуй2021

 

 

«Һабантуй — 2021»

Бөгөн Илеш районы үҙәгендә, күптәребеҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алған, милли байрамыбыҙ — Һабантуй уҙҙы. Илеш районы мәҙәниәт бүлегенең сәнғәт үҙешмәкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән театраль-хореографик композиция береһен дә битараф ҡалдырманы. Һабантуй майҙанын биҙәп яҡташтарыбыҙ — Айҙар һәм Алмаҙ Юнысовтар, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.